Өфөлә йәшәүсе Дилара Шәймиева тыуған ауылы мөхитен сағылдырған үҙ кейем брендын булдырған

Трендта милли мотивтар. Өфөлә йәшәүсе Дилара Шәймиева тыуған ауылы мөхитен сағылдырған үҙ кейем брендын булдырған. Әлегә дизайнерҙың был шөғөлө хобби рәүешендә, әммә киләсәктә магазин асырға ла планлаштыра. Республикала Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ижади индустрияларға иғтибар бүленеүен иҫәпкә алғанда, дәүләт ярҙамына ла иҫәп тоторға мөмкин. Этноакцентлы мода тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ауыл өйө тәҙрәһе, өләсәй һандығындағы хазиналар... Футболкаларға төшөрөлгән һүрәттәр бала саҡ хәтирәләренә таянып төшөрөлгән. Күптәргә ул таныш булған образдар. Шуға күрә Дилара Шәймиева ижад иткән әйберҙәр ҙур һорау менән файҙалана. Был үҙ сиратында шәхси бренд булдырыу идеяһын тыуҙыра.

Кейем сығара башлағанға тиклем, Дилара оҙаҡ йылдар сәйәхәт итә, сит илдәрҙә йәшәп ҡарай. Әммә һуңынан, бәхет-тыуған ерҙә булыуына инана. Бренд исеме лә юҡҡа ғына «Бәхетле кеше» тип аталмай.

Дизайнер илһам алыу өсөн йыш ҡына тыуған ауылына ҡайта. Әле ижад итергә ярайһы уҡ багаж тупланған, шуға күрә әйберҙәр һәм аксессуарҙар һатыу буйынса үҙ магазинын асырға планлаштыра. Шул уҡ ваҡытта Дилара күләм артынан ҡыумай, һәр әйберен эксклюзив итергә тырыша.

Дизайнер кейеме етештереү ҙә креатив индустрияларҙың бер өлөшө булып тора. Әле был тармаҡ Башҡортостандың дөйөм иҡтисадында ни бары 2 процентты биләй. Бурыс-уны 6 процентҡа тиклем еткереү. Шуға күрә властар ижадсыларға эшмәкәрлектән килем алырға әйҙәй, бының өсөн айырым шарттар булдыра.

Былтыр «Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһындағы» ҡануниәт ҡабул ителде. Шулай уҡ өҫтөнлөклө ижади проекттарға ярҙам итеү тәртибе лә раҫланды.

Әлфинә Килдейәрова