Башҡортостандың арҙаҡлы инженер-констуркторы, техник фәндәр докторы Хәйҙәр Ғүмәров 90 йәшен билдәләй. Күренекле ғалим оло юбилейын да эш өҫтөндә, фәнни тикшеренеүҙәр менән ҡаршы ала.
Хәйҙәр Сәғит улының бар ғүмере фән, эҙләнеүҙәр, асыштар менән бәйле. Ейәнсура районында тыуып үҫкән егет Өфө дәүләт авиация университетын тамамлағандан һуң 1958 йылда «Мотор» предприятиеһында эш башлай. Һәм тиҙ арала оҫта инженер-конструктор булып таныла, авиация двигателдәре эшләүҙә ҡатнаша, яңынан-яңы уңышлы моделдәр тәҡдим итә. Хәйҙәр Ғүмәров авиация һәм ракета техникаһы эшләүҙән тыш газ турбиналары двигателдәренең яңы моделдәрен дә тәҡдим итә. Ғалимдың фиҙаҡәр эшмәкәрлеге Хеҙмәт ҡыҙыл байрағы һәм Октябрь революцияһы ордендары менән баһалана. Арҙаҡлы шәхес 90 йәшен билдәләгән мәлдә лә фәндән айырылмай. Өфө фән һәм технологиялар университетында белем биреүен, йәш ғалимдар әҙерләүен, фәнни эҙләнеүҙәрен дауам итә. Яңынан-яңы асыштары менән ҡыуандыра.