Үрге Тәтешлелә яңы балалар майҙансығы төҙөлә

Үрге Тәтешле ауылы халҡы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөргә ниәтләй.

Проект буйынса «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында заманса уйын биләмәһе һәм уникаль уҡыу майҙансығы булдырыу ҡаралған. Ата-әсәләр менән уҡытыусылар майҙансыҡты яңыртыу ғына түгел, ә ысын автоҡаласыҡ төҙөргә теләй, унда балалар уйын формаһында юл ҡағиҙәләрен үҙләштерә аласаҡ.