Шаран ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған спорт ярышына райондың 10 мәктәбенән 66 уҡыусы ҡатнашты. Нормативтар буйынса тесты Шаран ауылының балалар ижады һәм спорт үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогтары үткәрҙе. Уҡыусылар турникта күтәрелеү, йүгереү, 50 метрға йөҙөү һәм башҡа дисциплиналар буйынса нормативтар үтәне. Шаран ауылының 1-се һәм 2-се мәктәптәре, Наратаҫты, Салмалы һәм Ерекле ауылы белем усаҡтары юғары һөҙөмтә күрһәтте. Иң көслө спортсылар 25 февралдә Күмертауҙа ҡышҡы ГТО фестивалендә ҡатнашасаҡ.