Башҡортостанға 3 меңдән ашыу яугир әйләнеп ҡайтты

Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ. Әле Башҡортостанға 3 меңдән ашыу яугир әйләнеп ҡайтты. Тағы ла меңләгән яҡташыбыҙ Ватан һағында тора. Улар күберәк ҡайтҡан һайын башҡараһы эштәр, мәсьәләләр ҙә артасаҡ, тине Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы йыйынында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ яугирҙарҙы ҡаршы алыу өсөн медицина һәм социаль инфраструктураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һәм йәмәғәт ойошмалары был эштә төп ярҙамсы булыуы мотлаҡ. Республиканың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы -яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә төп терәк.

Илдең төрлө төбәктәренән ике йөҙҙән ашыу кеше. Яугирҙарҙың һәр береһе үҙ төбәгендә хәрби йәмәғәт ойошмаһы вәкиле. Тәжрибә уртаҡлашыу урыны ти Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел, Республикала тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияға берләште һәм башҡа төбәктәргә таратырлыҡ тәжрибә туплап та өлгөрҙө.

Республиканың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ике мең яугирҙы берләштерә. Ассоциация бер яҡтан яугирҙарҙың көндәлек мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итһә, икенсе йәһәттән ойошма ағзаларына эш урындары. Әйткәндәй, тап ассоциация ярҙамы менән хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан яугирҙарҙың 78 проценты эш урындары менән тәьмин ителгән.

Башҡортостанда хәрби йәмәғәт ойошмалары берҙәм эш итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү селтәре эшләй башланы. Был система әле үк 27 районды берләштерә. Йыл дауамында тағы 36 мунципалитетта үҙәк барлыҡҡа киләсәк.

Барыһы ла еңеү өсөн. Республика башлығының Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ошо лозунг аҫтында үтеүе лә был эшкә яңы импульс бирә. Радий Хәбиров еңеүҙе яҡынайтыуға һәм яугирҙарҙы социалләштереүгә махсуслашҡан эште берҙәм башҡарылырға тейеш, тине. Властарҙың ассоциация эшмәкәрлеген йәнләндереү яҡлы булыуын белдерҙе һәм аныҡ бурыстар ҡуйҙы.

Махсус хәрби операция ветерандары ассоциациялары йыйыны тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә махсуслаша. Форумда ҡатнашҡан 200 ашыу яугир өсөн тематик белем биреү майҙансығы ойошторолдо. Ветерандар төркөмдәргә бүленеп яуҙа һәләк булғандарҙы ҡайтарыу, уларҙың исемен мәңгеләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, террорҙы һәм экстремизмды иҫкәртеү тураһында фекер алышты, эш йүнәлешен билдәләне.

А.Кәбиров