Башҡортостан кире бәйләнеш буйынса Рәсәйҙең ТОП-5-енә инде

Башҡортостан 2025 йылда кире бәйләнеш платформаһы менән эшләү буйынса Рәсәйҙең тәүге 5 төбәге иҫәбенә инде. Республика 610 балл йыйҙы. Исемлекте төҙөгәндә өс күрһәткес: платформаға халыҡтың мөрәжәғәттәре иҫәбе, власть органдарының граждандарҙың һорауҙарына яуап биреү тиҙлеге һәм халыҡтан кире бәйләнеш иҫәпкә алынған. Кире бәйләнеш платформаһы системаһы дәүләт хеҙмәттәре базаһында эшләй. Уға Башҡортостандың 4 меңдән ашыу ойошмаһы, атап әйткәндә, төбәк башҡарма органдары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, урындағы үҙидара органдары, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, идарасы компаниялар ҡушылған. Платформа ярҙамында халыҡ мөрәжәғәттәрен ебәрә, һорауҙар бирә һәм бюджет бүлеү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Былтыр ғына төрлө темалар буйынса 786 һорау алыу үткәрелгән.