Бүлмәлә студенттар сабыйын дүрт сәғәткә тиклем ҡалдыра ала. Студент әсә лекцияла саҡта бала менән юғары уҡыу йорто социаль хеҙмәткәре ултыра. Бында уйынсыҡтар, китаптар-баланы мауыҡтырыр өсөн бөтәһе лә бар. Бүлмә шулай уҡ һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес менән йыһазландырылған.
Махсус бүлмә Өфө фән һәм технологиялар университетының «Әсәгә уҡырға ярҙам ит» Бөтә Рәсәй конкурсында отҡан грант иҫәбенә булдырылған. Федераль конкурста вуздың Стәрлетамаҡ филиалы ла ҡатнашасаҡ.Өфө фән һәм технологиялар университетында 300 студент ғаиләһе иҫәпләнә, уларҙың һикһәне-балалы ғаиләләр.