Һынауҙар сыныҡтыра. Ишембай районы Смаҡай ауылынан Шәүрә Ғүмәрованың бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы фронтҡа алына, әсәһе артелдә эшләй, өйҙәге бар эш биш йәшлек ҡыҙ иңдәренә төшә, ҡустыһын да ҡарай. Сал сәсле ветеран ил өсөн аяуһыҙ осорҙо бөгөнгөләй хәтерләй. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Шәүрә Ғүмәрова 90 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, кәзәләр һәм ҡош-ҡорт тота. Иртәле-кисле ҡура тирәһендә эш менән була, малҡа бесәнен дә һала, бойҙайын да, һыуын да бирә. Саф һауалау йөрөү, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу-оҙон ғүмерлелек сере тигән ҡарашта ханым. Йәшлек йылдарына килгәндә, ул урта махсус уҡыу йортонда төҙөүсе һөнәрен үҙләштергән, артабан республиканың төрлө район-ҡалаларында эшләгән.
Бала саҡ йылдары һуғыш осорона тура килгән. Атаһы фронтҡа алынғанда, уға ни бары биш йәш кенә булған. Яҡын кешеһен оҙатыу, көтөү, ҡаршы алыу мәлдәре оноторлоҡ түгел.
1945 йылда атаһы һуғыштан ҡайта, ҡыҙына ул ҡыҙыл алмалар алып ҡайта. «Ул ваҡыттағы емеш тәме, Еңеү шатлығы әле лә хәтерҙә,»- ти Шәүрә Ғүмәрова. Үҙе лә ул бөгөн бәхетле әсәй, өләсәй. Тыуған яғы-Ишембай районы Смаҡай ауылында балалары хәстәрендә йәшәй.
Шәүрә Хәсән ҡыҙы китап, гәзит-журналдар уҡырға ярата, республика, ил яңылыҡтарын күҙәтеп бара. Йорт тулы гөл-сәскә үҫтерә. Хаҡлы ялда яратҡан шөғөлдәр менән булыу йәшәүгә көс өҫтәй ти ул.
Гөлназ Хәйбуллина