Республикала зубрҙарҙы үрсетеү проекты Президент фонды грантына лайыҡ булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдерҙе. “ Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Белоруссиянан тағы 9 зубр алып килергә планлаштыра. Был экологик проектты беҙ 2023 йылдан тормошҡа ашырабыҙ. Ошо осорҙа ҡырағай хайуандарҙың һаны 25-кә етте. Зубрҙар быҙауланы. 2030 йылға тиклем уларҙың һанын 50-гә тиклем арттырыу ҡарала. Башҡортостан - илдә зубрҙан тәбиғи мөхиттә тотолған берҙән-бер төбәк. Улар “Мораҙым тарлауығы” паркы биләмәһендә йәшәй”, - тип яҙған Радий Хәбиров. “Зубрҙарҙың яңы нәҫел биреүе уларҙың Башҡортостан тәбиғәтенә яраҡлашыуын дәлилләй”, - ти Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Башҡортостан зубрҙары республикаға туристарҙы йәлеп итә ала”, - ти биолог Зилә Аксенова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт