Бөгөн иртән Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 10-сы модель «ВАЗ» менән «Форд Транзит» бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе һәм пассажиры урында уҡ вафат булған. Микроавтобус пассажирҙарһыҙ барған. Водитель зыян күрмәгән. Фажиғә сәбәптәрен тикшереүҙе координациялау өсөн ваҡиға урынына Дәүләкән районы прокуроры Тимур Ҡәйүмов һәм республиканың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Олег Дмитриев килгән. Әле участкала полиция хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.