Өфөлә Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйыны үтә

Сараның төп темаһы - дәүләт суверенитеты нигеҙе булараҡ халыҡтар дуҫлығы. Йыйында яугир-ветерандар үҙ-ара тәжрибә менән уртаҡлаша. Яугирҙарға  һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – төп өҫтөнлөк. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – көслө, ныҡлы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһын булдырыу. Башҡортостанда  беҙ уны партнерыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, бөтә мәсьәләләрҙе иңгә-иң терәшеп хәл итербеҙ тип билдәләне  үҙ сығышында республика башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы йыйынында илдең барлыҡ төбәктәренән 200-гә яҡын ветеран ҡатнаша. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан - ветерандар менән системалы эшләү буйынса лидер, был йыйын иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу буйынса майҙансыҡ, - ти Республика  Махсус хәрби операция  ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт