Тәтешле районы Иҫке Аҡбулатта мәҙәниәт йорто яңыртыласаҡ

Тәтешле районы Иҫке Аҡбулат ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашып, мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһын яңыртырға иҫәп тота. Ошо маҡсатта конкурста ҡатнашыуға документтар әҙерләнә. Аҡбулат ауыл биләмәһе башлығы Фәғил Ниғәмәтйәнов билдәләүенсә, капиталь ремонтҡа ихтыяж юғары. Клуб бинаһында күп төрлө мәҙәни саралар уҙғарыла, ошонда уҡ ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреп, гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторған.