Башҡортостанда йәшәүсе мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Нефтекама полицияһы мәғлүмәттәре буйынса Ташкин ауылынан 64 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен Пенсия  фонды  хеҙмәткәре  тип таныштырған. Стажды ҡайтанан иҫәпләү  өсөн электрон сиратҡа индереү һылтауы  менән телефонға килгән  СМС код һандарын әйтергә  күндергән.  Ошонан һуң  уға  йәнәһе лә Федераль именлек хеҙмәтенән шылтыратҡандар. Ирҙең иҫәбенә кредит алырға теләүҙәрен менән ҡурҡытҡандар, машинаһын һатып бар аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә  ҡушҡандар. Пенсионер 720 мең һум аҡсаһын мутлашыусыларға  күсергән.