"Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү" тураһында законға төҙәтмәләр әҙерләгән. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙең һайлау мөмкинлеге була. Уларға яңы торлаҡ, йә аҡсалата компенсация бирелә. - Аҡсаны икенсе ҡалаға күсеп киткәндә, йә ҙурыраҡ торлаҡ алғанда беренсе иғәнә итеп файҙаланырға мөмкин, - тине Константин Толкачев. Закон проекты ай аҙағында парламентың киләһе пленар ултырышында ҡарала.