Быйыл Башҡортостанда тиҫтәнән ашыу күпер тәртипкә килтерелә

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса эштәр ҡаралған. 8 күперҙә ремонт, тағы 4 урында реконструкция була, 1 күпер капиталь төҙөкләндерелә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. 2025 йылда республикала милли проект буйынса 11 күпер тәртипкә  килтерелде.