Радий Хәбиров мәғариф өлкәһенең уҙған йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһенең уҙған йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Видео элемтә режимында уҙған ултырышта бөтә субъекттар һәм профилле министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Вице-премьер «Йәштәр һәм балалар» милли проектын уңышлы тормошҡа ашырған лидер төбәктәр етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Былтыр республикала 39 белем биреү ойошмаһы бинаһы ремонтланған, өс яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостан уҡыу йылы башына мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙы тамамлау буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инде. Төбәк шулай уҡ яңы белем биреү-производство кластерҙарын булдырыу һаны буйынса ла алдынғылар рәтендә.