Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Тихонов «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы эшмәкәрлеге менән танышты.
Төбәктең һәр муниципалитетында эшмәкәрлек алып барған фондта яугирҙар өсөн күп яҡлы ярҙам саралары ойошторолған. Республика буйынса филиалдарҙа 120 социаль координатор эшләй. 3 йыл эсендә Башҡортостанда социаль координаторҙар 100 мең мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам иткән, был эш артабан да дауам итә.
Декабрҙә Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды. Совет майҙанында урынлашҡан яңы үҙәк 500 квадрат метр майҙанды биләй. Бында психологтар, юристар, социаль координаторҙар ҡабул итә, архив бүлеге эшләй, реабилитация саралары ойошторола.