15 февраль-Халыҡ-ара яман шеш менән ауырыусы балалар көнө билдәләнә. Был датаның төп маҡсаты-сирҙе иртә асыҡлау, яңы дауалау ысулдары тураһында һөйләү, ауырыу балаларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Республикала Балалар онкология һәм гематология үҙәге эшләп килә. Әле унда 130 сабый һәм үҫмерҙәр дауаланыу үтә. Бәләкәй булһалар ҙа, ҡыйыу һәм көслө пациенттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Йәнһүрәт персонаждары ысын геройҙарҙа ҡунаҡта. Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә дауалау үткән һәр сабыйҙы, ысынлап та, геройға тиңләргә була. Оҙайлы дауаланыу һәм ауыр процедураларҙы улар батырҙарса үткәрә. Пациенттар араһында 6 йәшлек Сафина ла бар. Ҡыҙҙың иң ҙур хыялы-тиҙерәк һауығып өйгә ҡайтыу. Ә әлегә көн дә тормош өсөн көрәш бара. Сафинаға йәмғеһе 9 блок химия терапияһын үтергә кәрәк, уларҙың 6-һы артта.
Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы онкология һәм гематология үҙәге пациенттары-төрлө йәштәге сабыйҙар һәм үҫмерҙәр. Йыл һайын республикала яҡынса 130 балала онкология сире асыҡлана. Әммә яман шеш-хөкөм түгел. Фән һәм медицина ҡаҙаныштары пациенттарҙың 80 процентына был сирҙән тулыһынса дауаланыу мөмкинлеге бирә.
Шатлыҡ тойғоһо сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһо яһай. «Изгелек эшлә» командаһы байрам көндәрендә генә түгел, даими рәүештә балаларҙың күңелен күтәрергә, әҙ булһа ла ҡатмарлы процедуралар тураһында онотоп торорға ярҙам итә. «Изгелек эшлә» командаһы шулай уҡ балаларға төрлө бүләктәр тултырылған «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы»н да бүләк итте, уларға тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләне.
Әле Балалар онкология һәм гематология үҙәгендә 130 пациент дауаланыу үтә. Балалар араһында күбеһенсә елек майы, һөйәк һәм бөйөр яман шеше осрай. Табиптар һәм ғалимдар алдында балалар онкологияһын тулыһынса дауалауҙы 100 процентҡа тиклем еткереү бурысы тора
Әлфинә Килдейәрова