Район мәҙәниәт йортонда 2025 йылда башҡарылған эштәргә, алдағы бурыстарға арналған тантаналы ултырыш үтте. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан былтыр Әбйәлил районының бюджетына килем күләме 16 процентҡа артҡан, бөтәһе 2 миллиард һумдан ашыу инвестиция ингән.
Районда социаль объекттар төҙөү йылдам бара, Асҡарҙа поллингваль белем усағы асылыу алдында. Ауыл хужалыҡтары ла уңыштары менән һөйөндөрә, бураларға 102 мең тонна иген һалынған, 62 мең тонна һөт һауып алынған. Әбйәлилдәр махсус хәрби операцияға ярҙам буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып бара, һәр ауыл гуманитар ылау әҙерләүҙә актив ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев әбйәлилдәргә гражданлыҡ позицияһы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп маҡтау ҡағыҙҙар, рәхмәт хаттары тапшырыҙы. Үҙ һөнәренең оҫталары, өлгөлө ғаилләр билдәләнде. Йыл йомғаҡтарна арналған тантананы үҙешмәкәр сәхнә оҫталарының һәм балалар ижади коллективтарының сығыштары биҙәне.