Быйыл Башҡортостан буйынса юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа тоташытырыу 94 процентҡа тиклем еткереләсәк. Һанлы технологиялар һәм интернет дәүерендә республиканың бөтә биләмәләрендә, юл участкаларында граждандар өсөн бәйләнеш ойоштороу маҡсаты ҡуйылған. Уҙған йылда ғына төбәктә 2 мең мобиль станция эшләй башлаған һәм был күрһәткестәр артасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Эшҡыуар Рима Фазыловаға күп ваҡыт Белорет районы буйынса юлда йөрөргә тура. Күп ерҙә элемтә юҡ, шуға ла ул мобиль интеренет менән Инйәрҙә генә файҙалана ала. Күптән түгел Өфө-Белорет участкаһында бәйләнеш үткәрелгән. Елмерҙәк бөгөлө һәм башҡа хәүефле урындарҙа водителдәр интернет һәм бәйләнеш менән файҙалана ала.
Башҡортостан буйынса юғары тиҙлекле интернет һәм бәйләнеш үткәреү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында бәйләнеш үткәрелгәс информатика дәресендә йәштәр интернет менән ҡулланып яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра. Республика быйыл юғары тиҙлекле мобиль интернет менән 94 процентҡа тәьмин ителәсәк.
Республикала мобиль интернеттан башҡа сымлы интернет әүҙем үткәрелә. Былтыр 300 биләмәлә 70 мең йорт юғары тимҙлекле сымлы интернетҡа тоташтырылған. «Уңайлы интернет» программаһы сиктәрендә тағы ла 50 ауылға интернет үткәреү маҡсаты ҡуйылған. Мәктәптәргә килгәндә Башҡортостанда бөтә мәғариф учреждениеларына интернет үткәрелгән.
Ф.Миһранова