Радий Хәбиров күренекле инженер Валентин Павлычев хаҡында яҙҙы

Эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө «Йәшерен» грифы аҫтында үткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында күренекле инженер, БАССР-ҙың атҡаҙананған рационализаторы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, химия фәндәре кандидаты Валентин Павлычев тураһында яҙҙы. Ил сәнәғәте өсөн күп төрлө продукция, шул иҫәптән «Буран» йыһан карабы өсөн синтин тип аталған яғыулыҡ етештереү технологияһын уйлап сығарыу һәм производствоһын ойоштороуҙа ҡатнаша. 24 йәшендә Ярославлдән Салауат ҡалаһына күсенеп, республиканың нефть һәм химия сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергән замандашыбыҙ тураһында киләһе материал.

Йыһандың күренмәҫ геройҙары... Уҙған быуаттың 70-cе йылдарында Салауат нефть һәм химия комбинатына ракета өсөн яңы төр яғыулыҡ етештереү бурысы йөкмәтелә. Предприятиеның ул ваҡыттағы план отчеттарында был продукция тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ, сөнки оҙаҡ йылдар тәжрибә ҡулайламаларында алып барылған синтин етештереү технологияһы йәшерен грифы аҫтында була. Дәүләт заданиеһы уңышлы үтәлә. Әммә сәнәғәт производствоһы оҙаҡҡа бармай, шулай ҙа1988 йылдың 15 ноябрендә тап ошо яғыулыҡ ярҙамында «Буран» йыһан карабы автоматик режимда тәүге һәм берҙән-бер тапҡыр йыһанға күтәрелә.

Ил кимәлендә нефть һәм химия комбинаты ойошторолоп, СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып ракета яғыулығы етештереү буйынса технологик процестар көйләнде. Донъяуи кимәлдә яңы фәнни асыштар яһалды. Был эштә ҡатнашыуыма бик ғорурмын.

Валентин Павлычев, БАССР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы, химия фәндәре кандидаты

Валентин Павлычев Ярославль технология университетын тамамлау менән Салауаттағы предприятиеға эшкә урынлашҡан. Тәүҙә оператор булып эшләһә, һуңынан юғары белемле белгес цехҡа етәкселек итә, төрлө йылдарҙа баш инженер, баш технолог, баш инженер вазифаларын биләй. Предприятиела Валентин Николаевич ҡатнашлығында химия сәнәғәтендә ихтыяж менән файҙаланылған продукция, шул иҫәптән бензол, этилен һәм пропилен производствоһы сафҡа индерелгән.

Химияны мәктәп йылдарынан яраттым. Комбинатта, химия заводында эшләгәндә күп төрлө продукция өҫтөндә эшләргә тура килде. Яңы производство алымдары үҙләштерелде. Химия технологиялары өлкәһендәге фиҙәҡәр хеҙмәтем өсөн СССР-ҙың дәүләт премияһы ла тапшырылғайны.

Валентин Павлычев, БАССР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы, химия фәндәре кандидаты

Предприятие коллективы бөгөн дә Валентин Павлычев менән эшләгән осорҙо йылылыҡ менән иҫкә ала.

Валентин Николаевич яҡшы ойоштороусы, хеҙмәткәрҙәргә ҡарата һәр ваҡыт кешелекле булды. Мин эшләй башлағанда аммиак етештереү цехы сафҡа индерелгәйне. Барлыҡ ҡатмарлы технология процестары тап баш инженер етәкселегендә уңышлы тормошҡа ашырылды.

Рәйес Мирзаев, «Газпром Нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең цех етәксеһе урынбаҫары

Валентин Николаевич 1994-1996 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһының генераль директоры була. Һуңынан республиканың төрлө нефть компанияларында эшләй. 90 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ул әле лә илми учреждениеларҙың береһендә консультант булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.

Гөлназ Хәйбуллина