«Юлдаш» радиоһы «Журналист-ирекмәндәр» проектын башлай. Ижади төркөмдөң тәүге сараһы махсус хәрби операция яугиры Марсель Яманһариндың яҡты иҫтәлегенә арналды.
«Юлдаш» радиоһында махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән алып ҡаһарман яугирҙарыбыҙ, тыл хеҙмәткәрҙрәе тураһында тапшырыуҙар, репортаждар шәлкеме донъя күрә. Журналистар үҙҙәре лә гуманитар ылау әҙерләүҙә ҡатнаша, ярҙам менән алғы һыҙыҡтағылар янына барып ҡайта. Яңы төркөм ошо эшмәкәрлекте тағы ла әүҙемләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
«Журналист-ирекмәндәр» төркөмөнөң тәүге сараһы махсус хәрби операцияла һәләк булған Марсель Яманһаринға арналды. Сарала ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғандары, яҡындары, журналистар ҡатнашты. Марсель Яманһарин Шайморатов ордены һәм Ҡаһарманлыҡ миҙалы кавалеры. Ул Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә, Херсон өлкәһе өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Улым менән ғорурланам, йәш быуынды батыр яугирҙарыбыҙ рухында тәрбиәләү мөһим, ти Марселдең әсәһе Венера Шәрипова.