Бөйөк рус йырсыһы һәм артисы халыҡ хәтерендә. Өфөлә Федор Шаляпиндың тыуыуына 153 йыл тулҡан көндә хәтер саралары үтте. Донья кимәлендә танылған йырсы иҫтәлегенә арналған мәҙәни ваҡиғалар хаҡында киләһе яҙмала.
Йырсының ижадын һөйөүселәр легендар бас башҡарыусыһын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт иституты бинаһындағы һәйкәленә сәскәләр һалып иҫкә алды.Федор Шаляпиндың дебюты 1890 йылдың 18 декабрендә Өфөлә үтә. Ул «Галька» операһында Стольник партияһын башҡара. Йырсының сағыу карьераһында башланғыс осор тураһында хәтирәләрҙе өфөләр ҡәҙерләп һаҡлай.
Федор Шаляпиндың тыуған көнөндә үҙенсәлекле күргәҙмә лә асылды. Экспозициялағы үҙәк экспонат булған йырсы бюсын Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Василий Селиванов ижад иткән. Уның оҫтаханаһы ҡасандыр йырсы йәшәгән флигелдә урынлашҡан була.Скульптурала рәссам донья сәхнәләрендә тамашасы һөйөүен яулаған артистың иң күркәм сифаттарын сағылдырыуға өлгәшкән.
Күргәҙмә шулай уҡ Василий Селивановтың Римский-Корсаков, Иван Грозный һәйкәлдәре, уникаль техникала полимер быяланан һәм бронзанан зшләнгән «Щелкунчик» скульптураһы һәм башҡа эштәре киң форматлы фотоһүрәттәрҙә күрһәтелгән. Музейға Шаляпин бюсы тапшырылыуы сағыу ваҡиғаға әүерелде.
Шаляпинға арналған музыка музейында 400-ҙән ашыу экспонат бар. Уларҙы Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе ағзалары туплаған. Раритеттар артист йәшәгән дәүерҙең рәхи-мәҙәни мөхитен тергеҙә.
Йырсы яҙмышы һәм Өфө менән тығыҙ бәйләнешле тарихи миҙгелдәргә арналған күргәҙмә менән 1 апрелгә тиклем танышырға мөмкин. Музей ишектәре тамашасыларға шишәмбенән шәмбегә тиклем асыҡ була.
Гүзәл Борханова