Башҡортостанда мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә

Был аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белем биреү ойошмаларының хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документтағы талаптарҙың үтәлеше төбәк башлығы ҡарамағындағы Контроль идаралыҡ күҙәтеүендә буласаҡ. Яуаплы органдар тарафынан республика мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә бәйле тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәләре тураһында киләһе материалда.

Мәктәптең эске һәм тышҡы яғында йәмғеһе йөҙҙән ашыу видео күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Рәсәйҙең милли гвардияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф учреждениеларында күҙәтеү һәм сигнализация системаһы эшен тикшерә. Урында уҡ белем усағындағы хәүефһеҙлек өсөн яуаплы шәхси һаҡ ойошмаһы вәкилдәренә һорауҙар ҙа бирелә.

Өфөнөң 21-cе лицейында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешенә бәйле етешһеҙлектәр асыҡланманы. Барлыҡ ҡорамалдар ҙа эшләй, документтар буйынса һорауҙар юҡ. Яуаплы орган тарафынан бындай тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Бынан тыш, белем усаҡтарындағы тәртип Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған муниципаль комиссиялар иғтибарында. Белгестәр биналарҙың террорға ҡаршы ни тиклем һаҡланыуын, шулай уҡ деструктив тәртипкә бәйле алып барылған иҫкәртеү сараларын тикшерә. Аҙна башында педагогтар ата-әсәләр менән йыйылыштар уҙғарып, белем усағына инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Комиссия мәғариф учреждениелары етәкселәренең эшен, тәрбиә алымдарын да анализлаясаҡ. Шулай уҡ хәүефһеҙлекте көсәйтеү сиктәрендә мәктәп уҡыусыларына психологик ярҙам күрһәтеү системаһын үҙгәртеп ҡороу планлаштырылған. Ауыр холоҡло балалар һәм үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар бүленә.

Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын яңынан ҡарарға теләйбеҙ. Балалар күп, һәр ҡайһыһы менән айырым эшләргә кәрәк. Шуға күрә шәхси тәрбиә биреү маршруттарын төҙөүгә, шәхси педагогия технологияларына ҙур иғтибар йүнәлтеү ҡаралған.

Светлана Антипина, Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары

Мәктәп директорҙарының тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына төбәктән өҫтәмә түләү билдәләнеүе ихтимал. Был аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең Мәғариф министрлығына ошо туралағы мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Республика ҡалалары мәктәптәре директорҙары менән ойошторолған кәңәшмәлә белем биреү учреждениеларын террорҙан һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, мәктәптәрҙең хәүефһеҙлек системаһын яҡшыртырға кәрәк. Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, республикала тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мәғариф усаҡтарын баһалау башлана.

«Үҫмерҙәр, бигерәк тә социаль яҡтан хәүеф төркөмөнә ҡарағандар менән эште үҙгәртергә кәрәк,» тине Башҡортостан башлығы.

Башҡортостанда белем биреү ойошмаларының хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күреләсәк. Республика башлығы Указына ярашлы, төбәк хөкүмәте ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы менән берлектә террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте, үткәреү режимын һәм һаҡты көсәйтеү буйынса саралар комплексын әҙерләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдарының, янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһының һәм ашығыс ярҙам машиналарының автотранспорт биләмәһенә ирекле йөрөүен тәьмин итеү мөһим. Саралар комплексы шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл, террор ғәмәле йәки шикле әйберҙәр табылған осраҡта эш итеү буйынса инструктаждар үткәреүҙе, сигнализация, хәбәр итеү саралары һәм элемтә торошон тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белем биреү ойошмаларында психологик хеҙмәттәрҙең эшен көсәйтеү буйынса саралар күрергә һәм уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы ойошторорға тейеш. Район һәм ҡала хакимиәттәренә, шулай уҡ республика вуздары етәкселегенә уҡыу йорттарының террорға ҡаршы яҡланыуын һәм хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәңәш ителә.