Февраль аҙағына тиклем Башҡортостанда ике мәктәп асыу планлаштырылған, уларҙың береһе Өфөнөң Кузнецов биҫтәһендә урынлашҡаны киләһе аҙнала уҡ уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк. Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп буласаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, республика властары мәғариф инфраструктураһын яҡшыртыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләй. Быйыл шулай уҡ алты мең уҡыусыға иҫәпләнгән биш мәктәпте сафҡа индереү планлаштырылған, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларындағы объекттар концессия килешеүе буйынса төҙөлә.
Хеҙмәт стажы алтмыш йылдан ашҡан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мөнир Хәмәҙинуров республика өсөн мөһим социаль объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан. Сираттағы мәғариф учреждениеһы-математика лицей-интернатын төҙөүгә лә теләп ҡушылған.
Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәғариф программаһы 6-11-се синыфтар өсөн ҡаралған. Алыҫ райондарҙан килгән һәләтле балалар ятаҡ менән тәьмин ителәсәк. Объект төҙөлөшөнә былтыр августа старт бирелгәйне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров проект өҫтөндә эш башланғанда уҡ объекттың республика өсөн мөһимлеген билдәләне. Сығарылыш синыф уҡыусыларының 40 проценты профилле математиканы һайлай, был ил кимәлендә иң яҡшы күрһәткес. Яңы лицей-интернат теүәл фәнгә иғтибарҙы тағы ла арттырасаҡ.
Өфөнөң Менделеев урамындағы участка рельефы буйынса ҡатмарлы, шулай ҙа барлыҡ эштәр ҡеүәтле техника ярҙамында графикка ярашлы алып барыла. Проект буйынса, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөлгән объект 2027 йылда сафҡа индерелә. Баш ҡалала мәғариф инфраструктураһын нығытыуға иғтибар юғары. Киләһе аҙнала баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһендәге яңы белем усағы балаларҙы ҡабул итәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпкә ихтыяж юғары булыуын билдәләне. Микрорайон тиҙ үҫешә, балалар ҙа күп. Шуға күрә 2 мең 200 уҡыусыға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы һуңғы осорҙа иң көтөп алынған объекттарҙың береһе булды.
Башҡортостанда мәғариф өлкәһенең инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Өфөнөң Нуғай ауылында федераль финанслау ярҙамында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Йыл башында баш ҡаланың Көнсығыш Затон биҫтәһендә һәм Өфө районының Шмидтов ауылында белем биреү үҙәктәре асылды. Февраль аҙағына тиклем Әбйәлил районы Асҡар ауылында ла яңы мәғариф учреждениеһы балаларҙы ҡабул итәсәк, әле унда лицензия алыу процессы тамамланыу алдында.
Рәмзиә Кәримова