Башҡортостанда янғындарҙа 60-тан ашыу кеше ҡотҡарылған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған көн Нефтекамала биш ҡатлы йортта фатир янған. Янғын һүндереүселәр 20 кешене хәүефһеҙ урынға сығарған. Зыян күреүселәр булмаған. Бөгөн төндә Октябрский ҡалаһында өс ҡатлы фатирҙа ут сыҡҡан. Йорттан 42 кеше сығарылған, уларҙың 13-ө балалар. Быйыл республикала 557 янғын булған. Уларҙа 27 кешенең ғүмере өҙөлгән.