Турнирҙа Рәсәй һәм Белоруссияның иң көслө спортсылары ҡатнаша. Һуңғы көндә биатлонсылар командалар спринтында көслөләрҙе асыҡланы. Ир-егеттәр араһында тәүге баҫҡысҡа Сәйет Кәлимулла Хәлили менән Кирилл Бажин күтәрелде. Өфөнән Эдуард Латыпов һәм Ижевскиҙан Александр Корнев икенсе урын яуланы. Республиканың тағы бер вәкиле Антон Бабиков Александр Логинов менән 5-се һөҙөмтә күрһәтте. “Берҙәмлек кубогы”ның финалы апрелдә Мурманскиҙа уҙа.