Башҡортостанға эш сәфәре менән Үзбәкстан делегацияһы килде. Уны Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев етәкләй. Эш сәфәре Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Был ике республика вәкилдәренең тәүге генә осрашыуы түгел, яҡтарҙы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Һуңғы 3 айҙа ғына 4 эшлекле һөйләшеү уҙғарылған. Ә былтыр декабрҙә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда булды. Хәҙер инде аныҡ проекттар тураһында һүҙ бара. Улар иҡтисадтың төп тармаҡтарын үҙ эсенә ала.
Үзбәкстан делегацияһы вәкилдәре билдәләүенсә, эш сәфәре барышында улар Башҡортостандың байтаҡ предприятиеларында булған. Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң. Бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ҡунаҡтар Башҡортостанда үҙҙәренең вәкиллеген булдырырға ниәтләй, ике республикала ла сауҙа йорттары асырға тәҡдим итә. Осрашыу барышында үзбәк инвесторҙарының Иглин районында малсылыҡ хужалығы, Благовещенда умартасылыҡ асыу буйынса проекттары тикшерелде. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, әле Үзбәкстанда мебель кластеры үҫешә, ағасты Башҡортостандан алыу мөмкинлеге ҡарала. Ә беҙҙең республика иһә Ташкент өлкәһенең Бекабад районында технопарк асыуҙа ҡатнаша. Киләсәктә сәнғәт, бизнес өлкәһенән тыш, берлектәге социаль-мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.