Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә 30 мең квадрат метрлыҡ заманса мәктәп ишектәрен асты

Республикала Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп асылды. Баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһендә урынлашҡан белем биреү үҙәген асыу тантанаһында төбәк башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Мәғариф учреждениеһында балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, ижади һәләттәрен асыу өсөн заманса шарттар булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә йәшәүселәр 16 февраль иртәһен оҙаҡ иҫләйәсәк. Биләмәлә 2200 уҡыусыға иҫәпләнгән белем биреү үҙәге асылды. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын ҡаланың төрлө мәктәптәренә уҡырға йөрөтһә, хәҙер юл мәшәҡәттәре булмаясаҡ, йорт эргәһендә генә заманса мәғариф учреждениеһы. Һәр кем күңелендә орурлыҡ һәм тулҡынланыу тойғолары.

Баш ҡаланың 164-cе белем биреү үҙәге архитектура яғынан да, техник йыһазландырыу йәһәтенән дә алдынғы. Бинаның дөйөм майҙаны-30 мең квадрат метрҙан ашыу, 96 уҡыу кабинеты ойошторолған, барыһы ла интерактив ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белем усағын асыу тантанаһында ҡатнашып, объект төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Әлегә белем биреү үҙәгендә 1-8-cе кластарҙа 1300-ән ашыу бала уҡый, ҡалған кластарға уҡыусылар туплау дауам итә. Башланғыс синыфтар республика етәкселеген шиғри юлдар менән ҡаршы алды.

Эшләгән ата-әсәләр уңайлығы өсөн оҙайтылған көн төркөмө лә булдырылған. Балалар педагогтар етәкселегендә өйгә эштәрен эшләйәсәк, шулай уҡ ижади һәләттәрен үҫтереү буйынса төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала. Бында уйын һәм йоҡо бүлмәләре лә ҡаралған.

«Мөмкинлектәр мәктәбе» проекты сиктәрендә профилле уҡытыу ҙа ойошторола. Гуманитар, тәбиғи-фәнни, технология, социаль-иҡтисади профилдәр буйынса белем биреү ҡаралған. Медицина, полиция, эшҡыуарлыҡ, креатив индустриялар, айти кластар булдырылған.

Робототехника, яһалма интеллект, программалау, авиамоделләштереү серҙәре менән танышыуҙан тыш, уҡыусылар нәшриәт эшенә лә йәлеп ителәсәк.

Тәнәфестә балаларға ял итеү өсөн дә заманса шарттар булдырылған. Китапхана-мәғлүмәт үҙәге менән коворкинг киңлек ойошторолған.

Күп функциялы тамаша залында күләмле мәҙәни саралар уҙғарыу ҡаралған. Сәхнәлә белем биреү үҙәгенең ижади коллективы-«Аманат» театр студияһының тәүге репетицияһы уҙғарылды. Уҡыусылар спортта ла һынатмаясаҡ, йәмғеһе дүрт зал эшләй, стадион да бар. Ашханаларҙа сәләмәт туҡланыуға айырым иғтибар буласаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждениеның хәүефһеҙлек системаһы менән дә танышып, тәрбиә мәсьәләләренә туҡталды.

Кузнецов Затоны биҫтәһе-баш ҡаланың иң тиҙ үҫешкән биләмәләренең береһе. Социаль инфраструктураны үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Белем биреү үҙәге урындағы халыҡ өсөн күптән көтөп алынған объект.

Яңы уҡыу йылынан белем биреү үҙәгендә ата-әсәләр һорауы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция һәм ресурс кластар асыу планлаштырыла. Уҡытыуҙың бер сменала ойошторолоуы ла-мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе.

Гөлназ Хәйбуллина