Марат Хөснуллин Өфөләге яңы мәктәп өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа Өфөләге яңы белем усағы өсөн рәхмәт белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, заманса ҙур мәктәп әүҙем үҫешкән биҫтә өсөн бик кәрәк. «Балаларға йәшәгән урындары янында белем алыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Биләмәләрҙе үҫтереү фондына, шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа төбәктең социаль инфраструктураһын үҫтереү буйынса системалы эш өсөн рәхмәт белдерәм», -тигән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.