Уҡыу йорттарына заманса технологиялар, эш биреүселәргә әҙер белгестәр. Кластерҙарға берләшеү һөҙөмтәһе ике яҡ өсөн дә отошло. Башҡортостанда улар һанын арттырыу мөһим. Был турала Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙеләр. Радий Хәбиров ведомствоның был йәһәттәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында киләһе репортажда ҡарағыҙ.
Башҡортостандың иң ҡунаҡсыл үҫмерҙәре бында. Ни тиһәң дә, улар ҡунаҡ ҡаршылау оҫталығына диплом алып сыға. Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы туризм өлкәһе белгестәре әҙерләй. Студенттар туҡландырыу сервисы, гид оҫталығы, экскурсоводтар һәм отель хеҙмәткәрҙәре һөнәрен үҙләштерә. Ә уҡыуҙар парта артында ғына түгел. «Профессионалитет» федераль программаһында ҡатнашып, уҡыу йортон тулыһынса замансалаштырыуға өлгәшелгән. Студенттар өсөн ысын ресторандар, аш һыу бүлмәләре, туризм төрҙәре өлгөләре ойошторолған.
Колледжды модернизациялауға буласаҡ эш биреүселәр ҙә өлөш индергән. Урта һөнәри белем биреү кластерҙары ла тап ошо хеҙмәттәшлекте маҡсат итеп ҡуя. Йәғни, эш биреүселәр буласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе парта артында уҡ хәстәрләй. Үҙ сиратында юғары әҙерлекле белгестәр ала. Әле республикала ошондай 19 кластер булдырылған. Быйыл исемлекте тағы ла һигеҙ урта һөнәри белем биреү учреждениеһы тулыландырасаҡ, тине республиканың мәғариф министры.
Радий Хәбиров был тенденцияның ҡыуаныслы булыуын белдерҙе һәм һөнәри белем биреү системаһын тағы ла камиллаштырыу бурысы ҡуйҙы.
Район башлыҡтарының отчетын тыңлау- оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә индерелгән яңы йүнәлеш. Хөкүмәт ағзалары Бәләбәй районында социаль-иҡтисади хәл һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Радий Хәбиров муниципалитеттарға федераль аҡсалар йәлеп итеү өсөн программаларҙың күп булыуын хәтергә төшөрҙө һәм әүҙемерәк эш итергә өндәне.
Кәңәшмә һуңында республика етәксеһе алда көтөлгән мөһим барамға әҙерлеккә лә туҡталды. Махсус хәрби операция барған ваҡытта Ватанды һаҡлаусылар көнө айырыуса мәғәнәгә эйә. Яугирҙарға тейешле кәйеф һәм иғтибар бирелеүе төп бурыс. Етәкселәр был байрамды юғары кимәлдә уҙғарыуға бар көсөн һалырға тейеш, тине төбәк башлығы.
А.Кәбиров