Өфөлә күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартыу дауам итә

Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшселәре күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартыуҙы дауам итә. График буйынса алып барылған эш менән берлектә урам һепереүселәр юлдарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтерә. Эшселәр таҙартыу эштәренә бәйле уңайһыҙлаҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе һорай, сөнки ҡыйыҡтарҙа таҙартылмаған боҙ йәки ҡар йыйылыуы хәүефле. Бынын тыш, парковка урындарынан автомобилдәрҙе күсереп тороу һорала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Подвойский урамында эшселәр йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарта. Күп ҡатлы бейек йорт башында махсус уҡыуҙар үткән сәнәғәт альпинисы Илгиз Зарипов эшләй. Ул хеҙмәттәштәре менән бергә баш ҡала буйынса йорт ҡыйыҡтарын таҙартып ихаталарҙы тәртипкә килтерешә.

Баш ҡала буйынса 3 меңдән ашыу күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Быйыл ҡар ярайһы етәрлек яуҙы, шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре биналарҙы ҡар-боҙҙан таҙартыу өсөн өҫтәмә бригадалар менән сыға.Тармаҡҡа һәр ваҡыттағыса өҫтөмө эшсе ҡулдар талап ителә. 30-40 мең эш хаҡына һәр кем килеп бармай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡул менән эшләргә теләүселәр өсөн өҫтәмә сменалар, уңайлы график, йәшәү урыны менән ярҙам һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған.

Йорт ихаталарын комплекслы таҙартыу тураһында мәғлүмәтте граждандарға йорт чаттары аша еткерәбеҙ, подъездарға иғландар ҡуябыҙ. Таҙартыу эштәре тиҙ һәм сифатлы үтһен өсөн автомобилдәрҙе күсереп тороуҙарын һорайбыҙ. Ҡыйыҡтарға килгәндә, ҡар ҡатламы ҡалынлығы 30 сантиметрҙан ашһа, беҙ уны таҙартырға тейешбеҙ, юғиһә туңған боҙ киҫәктәренән кешеләргә хәүеф янауы ихтимал.

Андрей Бычков, Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары

Ҡыйыҡтар, юлдарҙы таҙартҡанда эшселәр хәрәкәт итеүселәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға мәжбүр. Урам һепереүселәр сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә саҡыра. Сөнки ҡаланы ҡар-боҙҙан таҙартыу тәү сиратта урындағы халыҡтың хәүефһеҙлеге һәм уңайлығы өсөн мөһим.

Ф.Миһранова