Өфөлә «Халыҡҡа төшкө аш» хәйриә акцияһы уҙҙы

Власть вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар берләшмәһе вәкилдәре көрпәләр һәм макарон продукцияһын төрөүҙә ҡатнашты. Һәр команда алдында мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт арауығында аҙыҡ-түлекте йыйып пакеттарға тултырыу маҡсаты ҡуйылды. Хәйриә сараһы коммерцияға ҡарамаған «Аҙык-түлек» социаль ярҙам ойошмаһы башланғысы менән тормошҡа ашырылды. Конгресс-холл залдарының береһе фасовкалау цехына әүерелде. Дөгө, ҡарабойҙай, тары ярмаһы, борсаҡ һәм макарон башта үлсәнде, һуңынан тоҡсайҙарға һалынды.

«Халыҡҡа төшкө аш» акцияһы корпоратив фасовка форматында ойошторолдо. Министрҙар, эшҡыуарҙар, студенттар һәм ирекмәндәр бергәләп ярҙамға мохтаждар: күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаларын тултырҙы. Пакеттарға ярма, макарондан тыш, май, консерва һәм башҡа кәрәкле продукттар тупланды. Бөтәһе 100-ҙән ашыу йыйылма. Ирекмәндәр уларҙы алдан килешелгән адрестарға таратты. Акция теләктәшлек белдереүҙең асыҡ өлгөһөнә әүерелде: төрлө һөнәр эйәләре һәм етәкселәр иңгә-иң терәшеп ихлас күңелдән мохтаждарға ярҙам итте.