Сарала фильмдың ижади составы, актерҙар ҡатнашты. Картина Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан төшөрөлгән. Фильм Ҡадир Даяндың тормош, ижад юлына арнала һәм төп геройҙы шағир, драматург, ғалим булараҡ аса.
Ҡадир Даян данлыҡлы «Шайморатов генерал» йырының, балалар шиғырҙарының, драмаларҙың авторы. Шулай уҡ ул уҡыу әсбаптары яҙыуҙа ҡатнашҡан ғалим да. Ҡадир Даян ярты Европаны һалдат итектәрендә үтеп, тыуған илебеҙгә Еңеү бүләк иткән яугир ҙа, йәш ҡыҙ баланың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн үҙен һәләк иткән оло йөрәкле шәхес тә булып тора. Йәғни шағирҙың тормош һәм ижад юлын әҙәбиәткә, илгә тоғролоҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө, тип атарға мөмкин. Фильмдың сценарий авторы һәм режиссерҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова әйтеүенсә, йәш быуынды тап Ҡадир Даян һымаҡ шәхестәр миҫалында тәрбиәләү мотлаҡ. Ә 23 минутлыҡ фильмды дәрестәрҙә методик ҡулланма булараҡ файҙаланырға мөмкин.