Иглин районы Ивано-Казанка ауылында спорт һәм берҙәмлек байрамы үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сараға йөҙҙәрсә кеше йыйылды. Кемдер боҙ өҫтөндә балыҡ тотһа, әүҙем ял яратыусылар саңғыла уҙышты. Иң бәләкәй ҡатнашыусы Арина Федуловаға ни бары 5 кенә йәш, ә иң өлкән саңғысы Михаил Камский 8-се тиҫтәһен ваҡлай. Спортсыларҙы ҡышҡы паралимпия уйындары призеры Эльвира Ибраһимова сәләмләне. Бөгөн ул ауылдаштарын сәләмәт тормошҡа әйҙәй, ысын спорт рухы тәрбиәләй.

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн Нуриман һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан да ҡунаҡтар килде. Күп милләтле халыҡтар дуҫлығы хороводы сараның төп биҙәгенә әйләнде. Байрамда ҡатнашыусылар ҙур һәм татыу ғаилә булып ҡулға-ҡул тотоношоп бейене.