Ил баш ҡалаһында 4 сауҙа селтәрендә ошондай бренд кәштәләре булдырылды. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, был республика предприятиелары өсөн мөһим ҡаҙаныш, федераль баҙарҙа урын алына. Мәскәү халҡына сәс-сәк, бауырһаҡ, фитопродукция тәҡдим ителә. Киләсәктә сауҙаны киңәйтеү бурысы ҡуйыла.