Классик, тиҙ һәм үтә тиҙ йөрөшлө программала Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфөнән 50 спортсы ҡатнашты. Ир-егеттәрҙән Александр Георгиев ике, Фидан Ишморатов бер алтын миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Әминева 2 һәм Айгөл Иҙрисова бер тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булды. Үҫмерҙәр араһында Вадим Әхтәмов, Софья Степанова, Илдар Ғиләжев һәм София Танһыҡҡужина, 70 йәштән ололар араһында Марс Фәйзетдинов еңеүсе булды. Ярышта еңеүселәр һәм призерҙар ил чемпионатында ҡатнашыу өсөн Республика командаһына йәлеп ителә.