Башҡортостан хужалыҡтары биш йылда 14 меңдән ашыу техника алған

Бының өсөн 64 миллиард һум тотонолған. Республика программаһы буйынса  5 миллиард 600 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яҙғы сәсеүҙе башҡарыу өсөн техник мөмкинлектәр ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыл хужалығы машиналарын сифатлы итеп ремонтларға һәм көйләргә кәрәк. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, план буйынса тупраҡ эшкәртеү машиналары һәм сәскестәр  20 мартҡа тиклем әҙер булырға  тейеш.