Күмәк халыҡ менән саралар уҙғарғанда хәүефһеҙлек өсөн яуаплылыҡ ҡәтғиләшә

Республика парламентында проект әҙерләнгән. Ул пленар ултырышта беренсе уҡыуға сығарыла. Спикер Константин Толкачев белдеренсә, ҙур саралар уҙғарыу барышында төрлө хәүеф бар. Закон проектына ярашлы, ойоштороусылар уларҙы алдан күҙалларға бурыслы. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн системалы эш кәрәк. Сараны ойоштороусы уҙғарыу урыны, ваҡыты, кешеләр һаны, хәүефһеҙлек тураһында эске эштәр органын, йә муниципалитетты алдан уҡ иҫкәртергә тейеш була.