Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса законға үҙгәрештәр индерелә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышы үтте. Унда парламенттың сираттағы пленар ултырышының датаһы һәм көн тәртибе раҫланды. Депутаттарға «Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индереү тәҡдим ителә.

Социаль найм килешеүе буйынса һүтелә торған йортта йәшәүсе граждандарға шундай уҡ йорт йәки аҡсалата компенсация һайлау хоҡуғы булдырыласаҡ. Шулай уҡ күләмле сараларҙа йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген булдырыуға йүнәлтелгән закон проекты индереләсәк. Уға ярашлы, ойоштороусылар күләмле сара буласағын, уның көнө, урыны, ҡатнашыусылар һаны һәм күреләсәк хәүефһеҙлек саралары тураһында эске эштәр министрлығы, урындағы үҙидаралыҡҡа хәбәр итергә бурыслы. Бынан тыш, «Башҡортостанда бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы законға үҙгәрештәр тәҡдим итеү планлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы 30-сы ултырышы 27 февралдә уҙа.