Ул бөгөн илдә 2015 йылдан билдәләнгән Рәсәй студенттар отряды көнө уңайынан ойошторолдо. «Торатау» конгресс-холы майҙанына баш ҡала вуздары һәм урта белем биреү учреждениелары студенттары йыйылды.
Башҡортостанда Рәсәй студенттар отрядының ҙур төбәк бүлексәһе эшләй. Ул йөҙләгән кешене берләштерә. Өфөлә уҙғарылған форум башлыса эш эҙләүсе студенттарға тәғәйенләнде. Уларға республиканың эре компаниялары тарафынан оҫталыҡ дәрестәре, мәғариф лекторийы, тренингтар ойошторолдо.