Блогерҙар һөнәрҙәр классификаторына индерелмәүгә зарлана

Блогерҙар үҙҙәренең эшмәкәрлеге һөнәрҙәр исемлегенә индерелмәүгә зарлана. Йыл башынан ғәмәлгә ингән яңы Бөтә Рәсәй һөнәрҙәр классификаторында блогер һөнәр булараҡ теркәлмәгән.

Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы 30 йыл дауамында һөнәрҙәр исемлегенә үҙгәрештәр индерелгәне булмаған. Яңы клаасификатор иһә 10 мең яңы һөнәрҙе үҙ эсенә алған. Улар араһында фитнес-тренерҙар ҙа, баристалар ҙа, яһалма интеллект менән эшләгән заман белгестәре лә ибар. Илдең һөнәрҙәр классификаторы эш биреүселәр өсөн төп документ булып тора. Ул кадрҙар документтарын теркәү, пенсияларҙы иҫәпләү, ташламалар менән файҙаланыу, статистика иҫәп-хисабы өсөн ҡулланыла.

Блогерҙарҙың күбеһе был бүленеш менән риза түгел. Был эшмәкәрлек туҡтауһыҙ эҙләнеү, ижади ҡараш, түҙемлек талап итә. Блогерҙар эшләй, һалым түләй, авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлай. Мусиндар ғаиләһе интернет киңлектәрендә яҡшы таныш, Айҙар менән Диана сәйәхәт, ғаилә тормошо, спорт тураһында блогтар алып бара. Блогерҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй, был шөғөлдө мин һөнәр тип иҫәпләйем, ти ғаилә башлығы.