Сәскә атыу осоро яҡынлаша: аллергиянан нисек һаҡланырға?

Яҙ яҡынлаша, тимәк, тиҙҙән сәскә атыу миҙгеле башлана. Күптәр өсөн был ваҡыт һынауға әйләнә. Тымау, күҙ йәшкәҙеүе, сөскөрөү-аллергияның тышҡы билдәләре. Табиптар иҫкәртеүенсә, был миҙгелде еңел үткәрер өсөн, организмды әле үк әҙерләй башларға кәрәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Күп осраҡта аллергияның киҫкенләшеүе яҙ етеү, тәбиғәттең сәскә атыуы менән тура килһә, Екатерина был сирҙән бала саҡтан яфалана. Уның һәр көнө дарыу эсеүҙән башлана. Препараттар һәр саҡ ҡул аҫтында булһын өсөн, уларҙы алдан һатып ала.

Организм бер дарыуға күнегеп китмәһен өсөн төрлө препараттарҙы даими алмаштырып торам. Шулай уҡ был миҙгелгә әҙерләнеү йәһәтенән аллергияны ҡуҙғатыусы аҙыҡ -түлектән баш тартам.

Екатерина Потапенко

Был дарыуханала әҙер дарыуҙар ғына түгел, ә үҙҙәрендә етештерелгән препараттар ҙа һатыла. Йылдар дауамында һыналған рецептар буйынса 300-ҙән ашыу дарыу эшләнелә. Провизораҙар һәр этапты етди контролдә тота.

Календарҙа февраль, ә тышта көрт ятыуға ҡарамаҫтан, табип-аллергологтар яҙғы миҙгелгә әле үк әҙерләнә башларға кәңәш итә. Ағастарҙа тәүге бөрөлөр күренә башлағас ҡына дауаханаға йүгереү-күп пациенттарҙың хатаһы, ти белгестәр.

Аллергия менән яфаланыусылар артыуына экологик, генетик факторҙар һәм йәшәү рәүеше йоғонто яһай. Уның билдәләрен йыш ҡына киҫкен респиратор инфекция менән дә бутаған осраҡтар була. Аллергия ҡапыл башлана һәм аллергендарҙың әүҙем осоро баҫылғансы дауам итә. Айырым осраҡтарҙа хатта, бер нисә айға һуҙылыуы ихтимал.

Эльвира Кәбирова, табип-аллерголог

Белгестәр иҫкәретеүенсә, хатта «зыянһыҙ» дарыуҙар ҙа организмға кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға күрә табипҡа күренеү зарур.

Әлфинә Килдейәрова