Өфөлә «Әлифба: ваҡыт һәм һандар» проектының икенсе миҙгеле тәҡдим ителде

«Родина» кинотетарында бөгөн «Әлифба: вакыт һәм һандар» анимациялы белем биреү-күңел асыу проектының икенсе миҙгеле премьераһы уҙҙы.

Икенсе миҙгел кескәй һандар,ваҡыт төшөнсәләре, йыл миҙгелдәре һәм һәр ай менән айырым таныштыра. Проект 3-7 йәшкә тиклемге балаларға башҡорт теленең нигеҙҙәрен үҙләштереүҙә ярҙам итә. Йәнһүрәт сабыйҙарҙы туған телгә өйрәтеүсе ата-әсәләр, шулай уҡ балалар баҡсаларында һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында күрһәтеү өсөн төшөрөлгән. Ул 60 сериянан тора. Һәр сығарылыш өҫтөндә, сценарий яҙыусыларҙан һәм рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар һәм башҡорт теле уҡытыусылары эшләгән.

Йәнһүрәт рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында «Муха» студияһында төшөрөлгән. «Әлифба» проектының беренсе миҙгеле башҡорт алфавиты хәрефтәре тураһында ине. Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды аҡсаһына ғәмәлгә ашырыла.