Сарала утыҙҙан ашыу кеше ҡатнашты. Балалар үҙҙәре белгән сүрәләрҙе һөйләһә, ә өлкән йәштәгеләр баһалама ағзалары тәҡдиме буйынса изге китаптың икенсе һәм иң оҙон «Әл-Баҡара» сүрәһенән өҙөк уҡыны. Кемдер конкурс һынауын махсус аппарат ярҙамында үтәһә, икенселәргә Брайль шрифты ярҙамға килде. Ҡатнашыусыларҙы баһалаусылар дөрөҫ әйтелешкә, Ҡөрьәнде уҡыу ҡағиҙәләренең дөрөҫ үтәлешенә һәм рельефлы-нөктәле шрифт буйынса уҡыу техникаһына иғтибар итте.
Конкурс үткәреү урыны итеп баш ҡаланың «Шөкран» мәсете осраҡлы һайланмаған. Сөнки, иман йортонда өсөнсө йыл һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус дәрестәр алып барыла. Сараны ойоштороусыларҙың һәм жюри ағзаларының береһе имам-хатиб Булат Сафин үҙе лә күреү һәләте буйынса инвалид. Шуға ла конкурс мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәткә яраҡлаштырыу һәм уларға рухи яҡтан булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.