Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, яугирҙарға 3 еңел автомобиль, “ИЖ Юпитер” мотоциклы, ағас материалдар, эш ҡоралдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелгән. Район халҡы һалдаттарҙың заявкаһы буйынса посылкалар туплаған. Гуманитар ылауҙы депутат Фирғәт Хәйбуллин һәм район ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев оҙатып барған.