Өфөлә шағир Зөфәр Вәлит вафат булған

Уға 77 йәш ине. Зөфәр Зәки улы Вәлитов 1949 йылдың 1 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районында үтә. Мораҡта һөнәрселек училищеһын, Өфөлә урман хужалығы техникумын тамамлай. Баш ҡалала заводта, Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтендә, колхозда, Зәйнәб Биишева исеменәге “Китап” нәшриәтендә эшләй. Зөфәр Вәлиттең әҫәрҙәре үткән быуаттың 70-се йылдарында баҫыла башлай. Мәрхүм менән хушлашыу сараһы иртәгә баш ҡаланың Иҫке Турбаҫлы ауылында үтә.