Радий Хәбиров Өфө депутаттарының яугирҙарға ярҙам эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Бөгөн Республика Башлығы ҡала советы ултырышында ҡатнашты. - 2025 йыл көсөргәнешле булды. Беҙ иҡтисад тотороҡлоғон тәьмин иттек, ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырҙыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса бурыстарҙы үтәнек. Быйыл тағы берҙәмерәк булабыҙ. Президент Рәсәй халыҡтар берҙәмлеге йылын иғлан итте. Илдең тупланыуына - саҡырыу. Бөгөн иң мөһиме - Еңеү өсөн барыһын да эшләү. Барлыҡ йүнәлештәр буйынса системалы эш ойошторолдо. Өфө Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы статусын тулыһынса аҡлай. Бөгөн махсус хәрби операция  бурыстарын үтәүгә лайыҡлы өлөш индерә, тине Радий  Хәбиров.