Был турала Радий Хәбиров бөгөн ҡала советы ултырышында белдерҙе. - Өфө - республиканың үҙәге. Башҡортостан халҡының өстән бер өлөшө ошонда йәшәй. Тулайым төбәк продуктының 44 проценты, сәнәғәт етештереүенең яртыһы, инвестицияларҙың өстән ике өлөшө Өфөгә тура килә. - Беҙ социаль инфраструктураны яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Уҙған йылда ике поликлиникаға капиталь ремонт эшләнде. Быйыл тағы ике учреждение тәртипкә килтерелә. Өфөлә ике ҙур мәктәп төҙөлдө. Математика лицей-интернатын төҙөү планлаштырыла, тине Республика Башлығы.