14 меңдән ашыу кеше өсөн интернет ҡулланыу мөмкинлеге булдырылған. Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар һаны арта. Ситтән тороп белем алыу, район үҙәктәренә барып йөрөмәйенсә документтар әҙерләү мөмкинлеге бар. Бындай эш милли проект буйынса алып барыла.